Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Май 2020, 23:45

Урам сәнғәте байрамы - Нефтекамала

Нефтекама ҡалаһында “ArtNeft.FEST” урам сәнғәте фестивале башланды.Был сара Зауыҡлы биләмәләр йылы айҡанлы ойошторола һәм өс этапта үтә. Фестиваль республика бюджеты иҫәбенә финанслана.

Нефтекама ҡалаһында “ArtNeft.FEST” урам сәнғәте фестивале башланды.
Был сара Зауыҡлы биләмәләр йылы айҡанлы ойошторола һәм өс этапта үтә. Фестиваль республика бюджеты иҫәбенә финанслана.
Нефтекама ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Супернов арт-илселеге ойошторған был сараның беренсе этабы 9 майға тиклем уҙғарыла. Рәссамдарҙың монументаль сәнғәт, архитектура төрҙәре буйынса Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған иң яҡшы эштәре ҡала йорттары стеналарын, мәктәптәрҙе һәм башҡа урындарҙы биҙәйәсәк. Улар барыһы ла йәйәүлеләр өсөн төп маршруттарҙы тоташтырған урамдарҙа урынлашҡан.
Супернов арт-илселеге рәссамдары һүҙҙәренә ҡарағанда, был сара Нефтекаманы киләсәккә ынтылған ҡала булараҡ күрһәтәсәк, уның үҙенсәлектәрен билдәләйәсәк һәм йәштәрҙең ижади башланғыстарына ҡеүәт бирәсәк.
Шулай итеп, һанаулы көндәр эсендә Нефтекамалағы үҙәк ҡала объекттары Бөйөк Еңеү юбилейына арналған эре авторлыҡ эштәренә әүереләсәк. Праганан килгән Марат Морик – халыҡ-ара фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашҡан, Рәсәйҙың заман сәнғәтендә мөһим урын биләгән ижадсыларҙың береһе. Ул Нефтекамалағы Юбилей проспектында урынлашҡан 10-сы бинаны биҙәйәсәк. Иркутскиҙан Василий LST ошо уҡ урамдағы 15-се йортто сынъяһау итәсәк. Сепуховтан үҙ эше оҫтаһы Роман Мураткин иһә Юбилей проспектындағы 17-се йортто "сәнғәт әҫәре"нә әйләндерәсәк. Ҡазандан рәссам Рөстәм QBic та - донъяла уңыш ҡаҙанған оҫта. Уның һәр эше ниндәй ҙә булһа социаль теманы асыуға йүнәлтелә. Ул Нефтекамалағы 2-се һәм 16-сы мәктәптәр тышында авторлыҡ эшен ҡалдырасаҡ. Шулай уҡ Ҡазандан Дмитрий LIL-DEE Кудинов - Супернов арт-илселегенә нигеҙ һалыусы. Ул ҡала сәнғәте өлкәһендә спикер һәм белгес булараҡ сығыш яһай. Ә Виталий Ким – проекттың рәсми фотографы.
Бына ошондай төрлө төбәктәрҙән килгән авторҙар, ғәжәйеп рәссамдар республикабыҙ ҡалаһында үҙ эҙен ҡалдырасаҡ. Ә бының өсөн, әлбиттә, проект авторҙарына ҙур рәхмәт, тип яҙа ҡала халҡы социаль селтәрҙәрҙә. Шулай итеп, Меморандум 2020 старт алды!
Фото: "Меморандум 2020" ("Бәйләнештә"ге төркөмө).
Читайте нас: