Башҡортостанда #МаскаВПомощь республика акцияһы башланды. Ике көн эсендә республиканың алты ҡалаһы халҡы илле меңгә яҡын битлек аласаҡ.
Ирекмәндәр битлектәрҙе аҙыҡ-түлек магазиндары, дарыуханалар, заправкалау станциялары эргәһендә таратасаҡ, әлбиттә, бөтә һаҡланыу саралары күҙәтеләсәк.
Республика акцияһына ярашлы, Өфө бушлай битлектәр таратылған тәүге ҡала булды. Ундағы ете райондың һәр береһенә бүленгән бишәр мең битлекте “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитетының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәндәре, республика ирекмәндәр хәрәкәте үҙәге ағзалары таратты. Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез һәм Күмертау ҡалаларына өсәр мең битлек оҙатылды.
4 майҙа ирекмәндәр уларҙы көндөҙгө 13.00 сәғәткә тиклем теләгәндәргә таратасаҡ. Шулай уҡ 4 майҙан 9 майға тиклем ирекмәндәрҙән Георгий таҫмаларын алып буласаҡ. Битлектәрҙең таратылыу урындарын муниципалитеттар һәм социаль селтәрҙәр аша белергә мөмкин.
Фото: Өфөнөң Ирекмәндәр штабы.