Яңы балалар баҡсаһының эшләй башлауы 2021 йыл аҙағына – 2022 йыл башына күҙаллана. Район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов билдәләүенсә, төҙөлөш этабы башланыуға тиклем бер нисә йыл дауам иткән ҙур тәжрибә тупланған. Проект-смета документация әҙерләнгән, артабан дәүләт экспертизаһы үткән, һәм иң мөһиме – республика адреслы инвестиция программаһына индерелеүе. Подрядсы ойошма - «Главспецстрой» ЯСЙ.