Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2020, 16:00

Иртәгәнән - битлекле режим

ИРТӘГӘ, 4 майҙан Башҡортостанда битлек режимы индерелә. Был турала 30 апрелдә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.Үргендәр бушлай маска тегеп таратҡан

ИРТӘГӘ, 4 майҙан Башҡортостанда битлек режимы индерелә. Был турала 30 апрелдә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Сәнәғәтебеҙгә, «Башфармация»ға, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, хөкүмәткә өс көн ваҡыт бирәм, 4 майҙа республикала битлек режимы индерелә. Йәғни йәмәғәт урындарында битлек кейеп йөрөү мотлаҡ. Ни өсөн ҡарар 4 майҙан ҡабул ителде? Сөнки мин халыҡҡа ошо битлектәрҙе тыныс ҡына һатып алыу мөмкинлеген бирергә теләйем, кемдер тегер, кемгәлер беҙ ирекмәндәр аша тапшырырбыҙ, ундай мөмкинлегебеҙ бар, — тине республика етәксеһе. — Бөгөн 150 мең битлек сығарған Сәнәғәт министрлығын дауаханаларыбыҙҙы битлектәр менән тәьмин итеү кәрәклеге балансын һаҡлауҙы һорайым, ләкин битлектәр һатыуҙа булырға тейеш».
Әйткәндәй, беҙҙең районда ла битлек тегеп таратыусылар бар. Мәҫәлән, "Киске Үрген" төркөмө хәбәр иеүенсә, Сәхәүҽтдинова Фәнилә Ришат ҡыҙы Үрген ауылындағы өлкән йәштәгҽ халыҡтың һаулығын уйлап, 20 дана маска тҽгҽп бушлай медпунктҡа ҡалдырып киткән."Бҽҙгә һәм халыҡҡа эшләгэн сауабың үҙҽңдҽң ғаиләңә һәм туғандарыңа мҽңләтә сауап булып ҡайтһын.Өлкәндәр биҡ ҡыуанып алалар", ти Гөлнур Ҡолсурина.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда изоляция режимы 11 майға тиклем оҙайтылды.
Читайте нас: