Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2020, 16:30

Коронавирус: сирлеләр 1000-дән артты

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 3 майҙа Башҡортостанда коронавирус менән сирләүҙең тағы ла 87 яңы осрағы асыҡланған. Шулай итеп, COVID-19 вирусын йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 1022-гә етте.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 3 майҙа Башҡортостанда коронавирус менән сирләүҙең тағы ла 87 яңы осрағы асыҡланған. Шулай итеп, COVID-19 вирусын йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 1022-гә етте.
Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Стационарҙарҙа дауаланыусылар һаны - 438. Уларҙың 219-ы - ҡәнәғәтләнерлек, 188-е - уртаса ауырлыҡтағы, 31-е ауыр хәлдә (19 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған). Амбулатор шарттарҙа 385 кеше дауалана. Һуңғы тәүлектә пневмония диагнозы менән 33 сирле госпитализацияланған, уларҙың барыһына ла коронавирусҡа тикшереү үткәрелгән.
3 майға ҡарата республикала COVID-19 вирусына 82 085 тикшереү үткәрелгән. 185 ауырыу һауыҡҡан. Вафат булғандарҙың һаны – 14.
Рәсәйҙәге һандарға килгәндә, бер тәүлек эсендә илдә коронавирус менән сирләгән 10 633 кеше асыҡланған, 4,1 миллион лаборатор тикшереү үткәрелгән. Ауырығандарҙың һаны 134 687-гә еткән. 16 639 кеше һауыҡҡан, 1280 сирле вафат булған.
Фото Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
Читайте нас: