Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2020, 11:30

Табиптарға - принтерҙар

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән ғәмәлгә ашырылыусы “Һаулыҡ һаҡлау” дөйөм дәүләт проекты буйынса “Тармаҡтың берҙәм һанлы контурын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә республиканың йөҙҙән ашыу медицина ойошмаһына 2312 заманса принтер ҡайтарылды.

Принтерҙар республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһында эшләр өсөн медиктарҙың автоматлаштырылған хеҙмәт урындарына тоташтырыла.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу медицина персоналының эш процесын оптимизациялай, ваҡытты янда ҡалдыра, пациенттарҙың медицина документтарын булдырыуҙы тиҙләтә.

“Тармаҡтың берҙәм һанлы контурын булдырыу” төбәк проекты медицина ойошмалары бәйләнештәренең уңайлы мәғлүмәт механизмдарын, граждандарҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге электрон хеҙмәттәрҙән файҙалана алыу мөмкинлеген булдырыуға йүнәлтелгән.
#ВладимирПутин#нацпроекты
Читайте нас: