Быйыл грант алыусылар һаны ла, аҡса күләме лә артты Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы быйыл да гранттар биреүгә конкурс иғлан итә. Ағымдағы йылдан гранттар һаны 150-гә ҡәҙәр арттырылды, грант күләме 690 мең һум тәшкил итәсәк. Конкурста 35 йәшкә ҡәҙәр, педагогик стажы кәмендә ике йыл булған ауыл уҡытыусылары ҡатнаша ала. Педагогтарҙың уҡытыу нагрузкаһы бер тариф ставкаһынан да кәм булмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта ауылдағы халыҡ һаны 10 мең кешенән артмаҫҡа тейеш.
Дөйөм белем биреү ойошмаларында административ йәки ойоштороу функцияларын ғына ғәмәлгә ашырыусы хеҙмәткәрҙәр конкурста ҡатнашыу хоҡуғына эйә түгел. Конкурста элек әлеге грантты алған уҡытыусылар ҡабат ҡатнаша алмай.
Конкурс материалдары
[email protected] электрон почта адресына йәки түбәндәге адрес буйынса: Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2 йорт, 309-сы кабинет, 1 майҙан 1 июнгә тиклем ҡабул ителә.