Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2020, 23:30

Ҡайтанан уҡытыуға аҡса бүленә

Башҡортостан предприятиеларына хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыуға һәм уларҙы ҡайтанан уҡытыуға субсидия бирелә.

Башҡортостан предприятиеларына хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыуға һәм уларҙы ҡайтанан уҡытыуға субсидия бирелә.
Атап әйткәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында ҡатнашыусылар тураһында һүҙ бара. Программаның төп маҡсаты – хеҙмәт баҙарының һөҙөмтәлелеген арттырыу. Республикалағы мәшғүллек үҙәктәре субсидия алыуға ғаризаларҙы 20 апрелдән ҡабул итә башланы.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл был программа нигеҙендә 310 хеҙмәткәр белемен һәм һөнәрен камиллаштырырға ниәтләй. Белем биреү сараларын тормошҡа ашырыуға 21,2 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана.
Әле иһә республиканың биш предприятиеһы субсидия алыуға ғариза яҙған.
Фото: strategy24.ru
Читайте нас: