Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Май 2020, 22:40

9 МАЙҙа районда ниндәй саралар уҙасаҡ

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ла һанаулы көндәр ҡалды. Байрамға әҙерлек барышында районыбыҙҙа нимәләр ойошторола, 9 Май – Еңеү көнөндә ниндәй саралар планлаштырыла, улар нисек уҙасаҡ – был турала сайтта уҡып белерһегеҙ.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ла һанаулы көндәр ҡалды. Байрамға әҙерлек барышында районыбыҙҙа нимәләр ойошторола, 9 Май – Еңеү көнөндә ниндәй саралар планлаштырыла, улар нисек уҙасаҡ – был турала сайтта уҡырһығыҙ.
Уға әҙерлек барышында байтаҡ саралар уҙғарылды. 3 майҙан төп социаль селтәрҙәрҙә “Беҙ барыбер рәхмәт әйтәбеҙ”, “Еңеү әҙәбиәте” бүлектәрендә, 4 майҙан Бөтә Рәсәй “Георгий таҫмаһы” акцияһына ҡатнашыу бара. 3–7 май көндәрендә ветерандарҙың йорт алдарында ағастар ултыртыла.
Ә 8 майҙа, сәғәт 19:00-дә байрам уңайынан мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренең онлайн-концерты уҙасаҡ, ветерандарыбыҙ онлайн-ҡотлауҙар ҡабул итәсәк.
9 Майҙа – Бѳйѳк Еңеү кѳнѳндә – беҙҙең районда ла байрам тантаналары уҙасаҡ, әммә эпидемиологик хәлгә бәйле ул күмәк кешеләр ҡатнашлығында ойошторолмаясаҡ, сараларҙың бер ѳлѳшѳ онлайн тәртиптә үтәсәк.
Еңеү көнөндә һәйкәл һәм обелисктарға тантаналы шарттарҙа сәскәләр, веноктар һалыу, ветерандарҙың өйө янында Парад уҙғарыласаҡ.
Сафтары көндән-көн һирәгәйгән районыбыҙҙың һуғыш ветерандарын район башлығы Дәмин Марат улы Юланов телефон аша шылтыратып ҡотлаясаҡ.
Шулай уҡ был көндө “Бер минут тынлыҡ” Бөтә Рәсәй сараһында ҡатнашасаҡбыҙ.
Читайте нас: