Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 21:30

Бар тормошо - уның батырлыҡ

Еңеү байрамын гел түҙемһеҙлек, ғорурлыҡ менән ҡаршы алған атайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ Зарипов Фәтих Хафиз улы был байрамға етә алмай, 2 йыл элек вафат булды. Мәктәптәргә барып балаларға патриотик сараларҙа актив ҡатнаша ине. Үрген ауылынан һуғышта ятып ҡалған яугирҙәр тураһында тулы тарихи яҙмалар әҙерләне, күп кенә материалдарын ҡулланығыҙ, ҡәҙерен белегеҙ, тип таратты. Уның ошо иҫтәлекле материалдарын файҙаланып, күптәр әҫәрҙәр, китаптар яҙҙы.

Дәһшәтле һуғыш тамамланыуға ла 75 йыл. Еңеү көнө еткән һайын уның асылын, ысын мәғәнәһендә күп милләтле илебеҙ халҡының ролен кәметеүселәр, факттарҙы баштүбәнгә әйләндереп күрһәтеүсе сәйәсмәндәр күбәйеп китте. Был күренеш бигерәк тә Көнбайыш илдәрендә, шул иҫәптән быға тиклем беҙҙең СССР эсендә булған Прибалтика илдәрендә, Украина радикалдары ҡотҡоһонда асыҡ күренә. Рәсәй халҡының был еңеүгә индергән өлөшөн һис ваҡытта ла оноторға ярамай, ғорур рәүештә ундайҙарҙың аңына еткереп тороу кәрәк, сөнки ул илдәрҙә йәш быуын ялған идеология аҫтында үҫә. Инде Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла бик аҙ ғына ҡалды бит.
Еңеү байрамын гел түҙемһеҙлек, ғорурлыҡ менән ҡаршы алған атайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ Зарипов Фәтих Хафиз улы был байрамға етә алмай, 2 йыл элек вафат булды. Мәктәптәргә барып балаларға патриотик сараларҙа актив ҡатнаша ине. Үрген ауылынан һуғышта ятып ҡалған яугирҙәр тураһында тулы тарихи яҙмалар әҙерләне, күп кенә материалдарын ҡулланығыҙ, ҡәҙерен белегеҙ, тип таратты. Уның ошо иҫтәлекле материалдарын файҙаланып, күптәр әҫәрҙәр, китаптар яҙҙы.
Атайыбыҙ Фәтих Хафиз улы 1924 йылдың 28 авгусында Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем ауыр осорҙа 7 класс ҡына белем алып, һуңынан тракторсылар курсын тамамлай.
Һуғыш башланған ваҡытта ул колхозда тракторҙа эшләп йөрөгән була, шуға күрә уға һәм бергә эшләгән ауылдашы Ҡолтаев Мисбахетдин ағайға тылда ла кеше кәрәк тип, бронь бирәләр. Бөтә ил дошманға ҡаршы яуға күтәрелгән мәлдә нисек итеп тылда эшләп йөрөйһөң инде, ти торғайны атай. 1942 йыл ике тракторсы бергәләп военкоматҡа барып бронде алыуҙарын, фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, ғариза яҙып ҡайталар. Күп тә үтмәй, икеһен дә фронтҡа оҙаталар. Тәүҙә көнсығыш сик буйында диңгеҙ пехотаһы сафында, япон агрессорҙарына ҡаршы торған дивизия сафында Тетюха бухтаһында хеҙмәт итергә тура килә уға. Мәскәү алдындағы ҡаты һуғыштарҙа беҙҙең армияның күрһәткән көсө Японияның фронт асыу теләген һүндерә, атайыбыҙҙың дивизияһы 1943 йылдың август айында Калинин өлкәһенә (Тверь) күсерелә һәм Көнбайыш фронттың ҡаты һуғыштарына инеп, Белый, Велич, Дрогобич ҡалаларын азат итә. Белоруссия еренә етеп, күп кенә ауылдарҙы азат итеп барған яуҙа ҡаты яралана. 1944 йылдың апрель айында тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Тыңғыһыҙ ветеран ҡайтыуының һигеҙенсе көнөнә “Ҡыҙыл таң” колхозына бригадир ярҙамсыһы булып эшкә сыға. Артабан белем алыу теләге көслө була, ул йәш балалар менән бергә парта артына ултырып, 1950-1953 йылдарҙа урта мәктәпте тамамлай. Дәртләнеп Стәрлетамаҡ педагогия институтын, Ырымбур педагогия институтын тамамлай. Юғары белем алғас, Үрген мәктәбендә уҡытыусы, завуч, мәктәп директоры булып эшләй.
1973 йылдан 1984 йылғаса Новопетровск ауыл Советы председателе булып хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.
Тырыш хеҙмәте оло баһаланып, «Отличник народного образования РФ», «Победитель социалистического соревнования», «Ветеран труда» миҙалдары менән бүләкләнә.
Һуғыш йылдарындағы батырлығы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм күп һанлы миҙалдар менән бүләкләнә. 1990 йылдан дин юлына баҫа, ауылда мулла булып намаҙҙар, аяттар уҡып, йәш быуынға дингә ихтирам уятыу эшендә күп көсөн һала. Районда тәүгеләрҙән булып 2 майҙы туғандарҙы иҫкә алыу көнө итеп иғлан итә, әле лә ауыл халҡы ул йоланы ҡалдырмай, үткәреп бара, зыяраттар таҙартыла.
Был көндә һуғыш яланында ҡалған ауылдаштарға ла аяттар уҡыла, иҫкә алыу ойошторола.
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай, тип әйтке килә. Онотмайыҡ тыныс тормош бүләк иткән һуғыш ветерандарын, тылда ялһыҙ эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы, һуғыш йылдарында аталарын алмаштырып хеҙмәт вахтаһына баҫҡан, үгеҙ егеп ер һөргән үҫмерҙәрҙе, балаларҙы.
Атайыбыҙҙы беҙ һәр ваҡыт иҫкә алабыҙ, уның менән ғорурланабыҙ.
Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре исеменән улы Шаһибал Зарипов.
Читайте нас: