Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 22:20

Мәсетлеләге обсерваторға оҙатылғандар

Яҡут Республикаһынан ҡайтҡан вахтасыларҙың бер өлөшө Мәсетле районындағы обсерваторға оҙатылған.

Яҡут Республикаһынан ҡайтҡан вахтасыларҙың бер өлөшө Мәсетле районындағы обсерваторға оҙатылған.
Был хаҡта Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов хәбәр иткән, ул кисә кис, 7 майҙа хеҙмәттәштәре менән бергә Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙы ҡаршы алған.
– 20 кешенән торған беренсе төркөм килде. Ятҡылыҡта коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл ҡырҡыулашҡаны мәғлүм. Республика Башлығы Радий Хәбиров вахтасыларҙы тыуған яғына ҡайтарыуҙы кисекмәҫтән хәл итергә ҡушты. Яҡындары менән осрашыр алынан вахтасылар өс аҙна ваҡытын Мәсетле районында ойошторолған обсерваторҙа үткәрәсәк, - ти баш табип.
Әйтеүенсә, килеүселәрҙең температураһы юҡ, әммә хәүефһеҙлек тәртибе буйынса улар бер нисә аҙнаны бында үткәрәсәк. Ҡабаттан коронавирус инфекцияһына анализ тапшырғандан һуң, һөҙөмтәһе кире булған осраҡта, өйгә ҡайтып китәсәктәр.
Фото: Валерий Трофимов фотоһы.
Читайте нас: