Быйыл да район мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре тәүгеләрҙән булып тирә-яғын матурлап ҡуйҙы. Бина алдындағы газонда бәрхәт, сальвия, петуния һ.б. сәскәләр төрлө төҫтәр менән күҙҙе иркәләй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылды республикала «Зауыҡлы биләмәләр йылы: газондар, тротуарҙар, яҡтылыҡ, ҡоймалар» тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документ халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу, төҙөк биләмәләр һанын арттырыу һәм Башҡортостан ауыл-ҡалаларының зауыҡлы күренешен тәьмин итеүҙе маҡсат итә.
Республика Хөкүмәтенә ойоштороу комитеты составын һәм саралар планын раҫлау эше йөкмәтелгән. Район-ҡала хакимиәттәренә лә урындарҙа ойоштороу комитеттары, саралар планын раҫлау бурысы ҡуйылды. Йәмәғәт ойошмаларына халыҡ менән эште әүҙемләштереү тәҡдим ителде.