9 Май – элек-электән халыҡтың ололап көтөп алған байрамы. Шундай дәһшәтле ауыр йылдарҙы имен-аман үткәреп, бөгөнгө мул тормошто күрә алыуҙарына ҡыуанып бөтә алмай һуғыш осоро балалары ла. Шундайҙарҙың береһе – Юнай ауылынан быйыл 80 йәшен билдәләйәсәк Зәйнетдин Төрөпҡолов. Ул хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр Салауат исемендәге колхозда төҙөүсе, балта оҫтаһы булып эшләгән, почетлы колхозсы.
Хәләл ефете Зәкиә апай иртә менән ҡыуанып шылтыратты.
- МР хакимиәтенә, “Берҙәм Рәсәй” партияһына рәхмәт белдергебеҙ килә. Кисә (7 майҙа) бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлап, һуғыш осоро балаһы тип ҡартыма бүләк тапшырып киттеләр, – тип хәбәр итте ул.
Уларға Башҡортостанда барған Бөтә Рәсәй “Беҙ бергә” акцияһы сиктәрендә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы бирелгән икән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ:“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек менән” мәрхәмәтлек акцияһы барышында “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбировтың инициативаһы менән үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек таратыла.
Аңлашыла: бүләгенән бигерәк, иғтибар иткәндәре, онотмағандары өсөн күңелдәре булған уларҙың. Өлкәндәргә йылы һүҙебеҙҙе йәлләмәйек, илтифатлы булайыҡ, байрам менән ҡотларға онотмайыҡ!