Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2020, 17:20

Башҡортостан егете коронавирустан вафат булған

Мәскәү эргәһендәге Егорьевск үҙәк дауаханаһында участка терапевы булып эшләгән йәш табиптың коронавирус сиренән үлгәнлеге тураһында билдәле булды.

Мәскәү эргәһендәге Егорьевск үҙәк дауаханаһында участка терапевы булып эшләгән йәш табиптың коронавирус сиренән үлгәнлеге тураһында билдәле булды.
Апрель аҙағында ошо ҡәһәрле сирҙең инфекцияһы эләгеү арҡаһында егеттең ике яҡлы пневмония менән сирләүе асыҡланған. Ауыр хәлдәге егетте дауаларға Мәскәүгә алып киләләр, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар бар көсөн һалыуҙарына ҡарамаҫтан, уны ҡотҡара алмайҙар.

Хеҙмәттәштәренең һөйләүенсә, Наил Саматов яман сирҙе эш мәлендә - COVID-19-ға тесы ыңғай күрһәткән ауырыуҙы ҡарарға барғанда - йоҡторған. Сирле ир оҙаҡ та йәшәмәй үлгән тиелә яңылыҡтарҙа. Йәш табиптың һаҡланыр өсөн битлек һәм перчаткаһы булған, ә махсус кейем ул ваҡытта әле таратылмаған ине, ти хеҙмәттәштәре.

Наил Башҡортостан дәүләт медицина университетында дауалау специальносы буйынса белем алып, уны былтыр ғына тамамлаған, Мәскәү янындағы ҡала дауаханаһында 2020 йылдың башынан ғына эшләй башлаған булған. Ғаиләлә берҙән-бер бала булғанлығы ла билдәле.

Бик ҡыҙғаныс хәл был, туғандарын шатландырып йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит уға... Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото:vk.com
Читайте нас: