Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 11:45

Балаларға 10 мең һумлыҡ түләмдәр түләү сервисы эшләй башланы

Дәүләт хеҙмәттәре сайтында 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар булған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелеүсе түләмде юллау өсөн сервис барлыҡҡа килде.

Дәүләт хеҙмәттәре сайтында 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар булған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелеүсе түләмде юллау өсөн сервис барлыҡҡа килде. 11 майҙа Рәсәй президенты Владимир Путин үҙизоляция көндәре тамамланыуы тураһында иғлан иткәйне һәм халыҡҡа яңы төр ярҙам саралары тураһында белдергәйне. Шул иҫәптән дәүләт етәксеһе 1 июндән өс йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә унар мең түләнәсәге тураһында әйтте. Был пособиены Рәсәй гражданлығы булған һәм йәше тап килгән һәр балаға алырға мөмкин. Уны тәғәйенләү өсөн 1 октябргә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Читайте нас: