Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 14:30

Әүәлгесә эшләй башлаясаҡ

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы яңы пациенттарҙы ҡабул итә башланы. Әлбиттә, әлегә һәр ҡайһыһын КОВИД-19 вирусына тикшереп һәм сикләнгән режимда.

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы яңы пациенттарҙы ҡабул итә башланы. Әлбиттә, әлегә һәр ҡайһыһын КОВИД-19 вирусына тикшереп һәм сикләнгән режимда.

Бөгөн медицина учреждениеһын махсус комиссия тикшергән, ул шартлы пациент менән эшләү алгоритмын баһалаған.
Дауаханалағы был эш аттестацияны хәтерләтә: пациенттың температураһын үлсәүҙән башлап томографияла ла тикшерәләр. Әгәр һөҙөмтә ыңғай булған осраҡта, уны шунда уҡ изоляторға оҙатасаҡтар. Ә коронавирусҡа шик булмаһа, пациентты регистратураға ебәрәләр, уның әйберҙәрен дезинфекциялайҙар, айырым пакетҡа һалалар.
Әйткәндәй, дауаханала зарарһыҙландырыу мәсьәләһенә етди ҡарайҙар. Корпустар “таҙа” һәм “бысраҡ” зоналарға бүленгән, улар араһында шлюздар урынлаштырылған. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә даими дезинфекциялау үтә.
Әлегә пациенттарҙы хирургия һәм бала табыу корпустары ҡабул итә башлаған. Эшкә 500-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре сыҡҡан, улар араһында быға тиклем эшләгән тәжрибәлеләре лә, яңы тотонғандары ла бар.
Операция бүлегенең шәфҡәт туташы Фатима Бакирова әйтеүенсә, әле бында коронавирустан дауаланыусы биш пациент бар. Карантин саралары 20 апрелдә бөтөрөлһә лә, быға тиклем дауахананан пациенттарҙы сығарғандар ғына, ә ҡабул итмәгәндәр. Планлаштырылған операцияларҙы ла кисектерергә йәки пациенттарҙы башҡа медицина учреждениеларына оҙатырға тура килгән.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов та райондарҙан борсоулы хәбәрҙәр күпләп килеүен, кешеләрҙең урындарҙа юғары технологиялы һәм квалификациялы медицина ярҙамы ала алмауын еткергәнен белдергән. Шуға ла Республика клиник дауаханаһы эшләп китһен, кешеләр юғары квалификациялы ярҙам алһын өсөн барлыҡ саралар күрелгән.
Әлегә ике корпус та көнөнә 15-30 кешене ҡабул итәсәк, был күрһәткес яйлап арттырыласаҡ һәм элеккесә тәүлегенә 100 пациент ҡеүәтенә еткереләсәк.
Читайте нас: