Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 19:00

Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев аңлатма бирә

Кемдәр эшкә сыға ала, кемдәр үҙҡурсалау режимында ҡала?Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев аңлатма бирә:

Кемдәр эшкә сыға ала, кемдәр үҙҡурсалау режимында ҡала?
Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев аңлатма бирә:

*12 майҙан Башҡортостанда санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәүсе аҙык-түлек магазиндарына эшләү рөхсәт ителде. Был айырым инеү урындары булған магазиндарға ҡағыла, әммә майҙан буйынса сикләүҙәр бар. Мәҫәлән, сауҙа залы 50 кв.м.ҙан артмаһа, унда бер үк ваҡытта 5 кеше булырға мөмкин. 100 кв.м – 10, 200 метрға тиклем – 25 һ.б.

*Беҙҙең төп сикләүҙәр сауҙа һәм сауҙа-күңел асыу үҙәктәре өсөн ғәмәлдә. Был үҙгәрештәр кешеләр күп тупланған урындарҙа инфекция йоҡтороуҙан һаҡлау өсөн ҡабул ителде.
* Республика территорияһында битлек режимы ғәмәлдә ҡала, ул сауҙа һәм көнкүреш хезмәттәре күрһәтеү өлкәһендәге барлыҡ предприятиеларға ҡағыла. Закон нигеҙендә, граждандар Башҡортостан Республикаһының юғары әҙерлек режимын индереү һәм тәьмин итеү тураһындағы норматив-хоҡуҡи акттары талаптарын боҙған өсөн (беренсе сиратта һүҙ Башҡортостан Республикаһы Башлығының ярашлы указы хаҡында бара): битлектәр, перчаткалар кеймәгән, башҡа талаптарҙы үтәмәгән өсөн 1000-3000, ҡабат хоҡуҡ боҙған өсөн – 3 меңдән 5 мең һумға тиклем; юғары вазифалы кешеләргә – 10 меңдән 50 мең һумға тиклем; эшҡыуарҙарға – 30-ҙан 50 мең һумға ҡәҙәр; юридик берәмектәр өсөн 10 меңдән 50 мең һумға тиклем штрафтар ҡаралған.
*Беҙҙә битлекһеҙ һәм перчаткаһыҙ килеүселәргә хеҙмәт күрһәтеү тыйыла. Был мәғлүмәттәр Дәүләт комитеты сайтында бар, ул муниципалитет башлыҡтарына еткереләсәк, улар предприятиеларға таратыласаҡ.
* Беҙҙә бөгөн, сауҙа үҙәктәре һәм тыйылған предприятиеларҙан тыш, барлыҡ ойошмалар ҙа асыла ала. Улар барыһы ла республика Башлығы указы һәм Дәүләт комитеты бойороғо менән билдәләнгән санитария нормаларын һәм ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейеш.
Читайте нас: