Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 13:30

Төбәк операторҙары рейтингы төҙөләсәк

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу буйынса төбәк операторҙары рейтингын төҙөү мәсьәләһе республика Хөкүмәтендә үткән сираттағы видеоконференцияла тикшерелде.

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу буйынса төбәк операторҙары рейтингын төҙөү мәсьәләһе республика Хөкүмәтендә үткән сираттағы видеоконференцияла тикшерелде, тип хәбәр итте Башҡортостан юлдаш телевидениеһы. Сығыш яһаусылар һуңғы ике айҙа яуаплы ойошмалар эшмәкәрлегендә ыңғай динамика күҙәтелеүен билдәләне. Улар контейнерҙар урынлашҡан майҙансыҡтарҙа тупланған ҡалдыҡтарҙың уртаса 97 процентын тотороҡло рәүештә ситкә сығара.
Яҡшы күрһәткескә өлгәшеү өсөн автоматлаштырылған күҙәтеү системаһының әһәмиәте ҙур, ти белгестәр. Бер үк ваҡытта төбәк операторҙарына транспорт һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн республика бюджетынан 48 миллион һум күләмендә субсидиялар бүленгән.
Селектор кәңәшмәһендә шулай уҡ тырышып эшләүселәрҙе өҫтәмә дәртләндереү, ә үҙ бурыстарын үтәй алмаусы операторҙарға, киреһенсә, штраф һалыу тәҡдиме индерелде.
“Экология” милли проекты бурыстарына ярашлы, Рәсәйҙә 2024 йылға барлыҡ рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөлөргә, сүп-сарҙы эшкәртеүсе яңы, заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш.
Читайте нас: