"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 12:40

9 Май байрамына бәйле Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге һөҙөмтәләре

Коронавирус инфекцияһы йоғоу хәүефенә бәйле, быйыл илебеҙ халҡының иң яратҡан һәм изге байрамы - Еңеү көнө башҡасараҡ үтте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, сараларҙа Рәсәй халҡының яртыһы ҡатнашҡан. Был турала ВЦИОМ (Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге) кешеләрҙән фекер йыйған

Коронавирус инфекцияһы йоғоу хәүефенә бәйле, быйыл илебеҙ халҡының иң яратҡан һәм изге байрамы - Еңеү көнө башҡасараҡ үтте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, сараларҙа Рәсәй халҡының яртыһы ҡатнашҡан.

Был турала ВЦИОМ (Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге) кешеләрҙән фекер йыйған. Һөҙөмтәнән күренеүенсә, илдә йәшәгән һәр икенсе кеше Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған кәмендә бер акцияла ҡатнашҡан. Иң популяры - “Еңеү тәҙрәһе”, унда был турала белгән халыҡтың 26 проценты ҡатнашҡан. 9 майҙа улар үҙҙәренең йорттары тәҙрәләрен фронтовиктарҙың портреттары, хәрби фотолар, плакаттар, балалар һүрәттәре һәм ветерандарға рәхмәт һүҙҙәре менән биҙәгән.

Һорау алынған кешеләрҙең 24 проценты “Еңеү фонаригы” акцияһында ҡатнашҡан. 9 май кис, ҡараңғы төшкәс, ил халҡы һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә шәм һәм фонарҙар яҡтыртты. “Рәсәй флагы” акцияһында ла 24 процент кеше ҡатнашҡан. Улар үҙҙәренең тәҙрә һәм балкондарына Рәсәй флагын менән Георгий таҫмалары элгән.

Ил халҡының 21 проценты 19.00 сәғәттән һуң бер минутҡа тын ҡалып, яу һәм тыл ҡаһармандарын хәтергә алды, аҙаҡ балконға сығып хор менән “Еңеү көнө” йырын башҡарҙы. Уларҙың 20 проценты һуғышта ҡатнашҡан туғандарының портреттарын тотҡайны. Һәр унынсы Рәсәй кешеһе үҙ ихатаһында ветерандарҙы ҡотлауға ҡушылған. Фекер уртаҡлашҡандарҙың 69 проценты киләһе йылда ла ветерандарҙы ошондай форматта ҡотлауҙы теләгән.

“Бөтә акцияларҙы ла халыҡтың күпселек өлөшө ыңғай баһалаған. Мәҫәлән, ветерандарҙы ихатала ҡотлауҙы 93 процент кеше хуплаған, “Еңеүселәр хыялы”н – 92 процент, “Еңеү көнө” йырын башҡарыуҙы – 90 процент, “Үлемһеҙ полк” һәм “Еңеү тәҙрәләре”н – 88 процент, “Еңеү фонаригы” һәм “Рәсәй флагтары”н 87 процент кеше ыңғай баһалаған”, – тиелә тикшеренеү һөҙөмтәләрендә.

Дөйөм алғанда, Рәсәй кешеләренең 62 проценты быйылғы байрам сараларынан һуң рухи күтәренкелек, берҙәмлек хисе кисергән. Ә халыҡтың 32 проценты килешмәгән.

Фекерҙәрҙе ВЦИОМ телефон аша алған. Унда 18 йәштән өлкән 1,6 мең кеше ҡатнашҡан.

Фото - "Бәйләнештә".

Читайте нас: