Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 18:15

Республикала етен майҙаны арта

Ауыл хужалығы эшсəндəре юғары килемле май культураларын əүҙем сəсə. 13 майға ҡарата төбəктə 217 мең гектарҙа көнбағыш, рапс, етен, гəрсис, соя сəселгəн. Уларға республика баҫыуҙары стуктураһында дөйөм алғанда 358 мең га бүленгəн.

Быйылғыһы былтырғынан айырыла - мəҫəлəн, рапс 42 мең гектарға сәселгән. Ул 2019 йыл менән сағыштырғанда 8 мең гектарға кəмерəк. Сəбəбе - ҡайһы бер ауыл хужалығы предприятиелары пестицидтар ҡулланған һəм умартасылар менəн низағҡа ингəн. Шуға күрə лə рапс үҫтереү бал ҡорттарына зыян килтерə тип унан баш тартҡандар.
Шул уҡ мəлдə майлы етен майҙандары былтырғы 37 мең гектарҙан 51 меңгəсə еткерелəсəк. Был əрһеҙ һəм ҡиммəтле культура 13 майға ҡарата 36 мең гектарҙа сəселгəн. Был эштə Урал аръяғы əүҙем.
Читайте нас: