Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 01:00

Башҡортостанда «ковидҡа ҡаршы» плазма донорҙарына аҡса түләйҙәр

Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, коронавирустан һауығып сыҡҡандар плазма тапшырырға һәм бының өсөн аҡса алырға мөмкин.Коронавирус менән ауырыған һәр кем донор булырға мөмкин, ләкин бының өсөн һауыҡҡандан һуң бер ай ваҡыт үтергә тейеш. Сovid-19 диагнозы ҡуйылып һауыҡҡан һәм 1 майҙан республиканың һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында 300 мл-ҙан 600-гә плазма тапшырған донорҙарға социаль ярҙам саралары ла ҡаралған.

Башҡортостанда «ковидҡа ҡаршы» плазма донорҙарына аҡса түләйҙәр
Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, коронавирустан һауығып сыҡҡандар плазма тапшырырға һәм бының өсөн аҡса алырға мөмкин.
Һауыҡҡан кешеләрҙең плазмаһы коронавирус менән ауырыусыларҙы дауалау өсөн кәрәк. Республикала плазманы ҡулланыуҙың уңышлы тәжрибәһе бар. Өфөлә табиптар covid-19 диагнозы ҡуйылған пациентҡа һауыҡҡан кешенән плазма ебәреп, уның ғүмерен ҡотҡарҙы.
Коронавирус менән ауырыған һәр кем донор булырға мөмкин, ләкин бының өсөн һауыҡҡандан һуң бер ай ваҡыт үтергә тейеш. Сovid-19 диагнозы ҡуйылып һауыҡҡан һәм 1 майҙан республиканың һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында 300 мл-ҙан 600-гә плазма тапшырған донорҙарға социаль ярҙам саралары ла ҡаралған.
Донорҙар, әгәр 300 мл-ҙан күберәк ҡан бирһә – 2500 һум күләмендә; 450 мл-ҙан кәм булмаһа – 3750 һум; 600 мл – 5000 һум бер тапҡыр түләнәсәк аҡса аласаҡ.
Читайте нас: