Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 17:30

Милли проект: дәүләт - эшҡыуарҙарға, эшҡыуарҙар йәш әсәләргә ярҙамға килә

Республика парламенты "Башҡортостан Республикаһында бəлəкəй һəм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында"ғы Законға үҙгəрештəр индереү буйынса проектты тəүге уҡыуҙа ҡараны.

Республика парламенты "Башҡортостан Республикаһында бəлəкəй һəм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында"ғы Законға үҙгəрештəр индереү буйынса проектты тəүге уҡыуҙа ҡараны.
Яңы документта өс йəшкə тиклемге балаһын ҡарау ялында (декретта) булған ҡатындарҙы эшкə алыусы эшҡыуарҙарға дəүлəт ярҙамы тураһында яҙылған.
БР Дəүлəт Йыйылышы - Ҡоролтай Рəйесе Константин Толкачев белдереүенсə, бəлəкəй балалы əсəлəргə эшкə урынлашыуы ҡыйын. Шуға был закон проекты уларҙы яҡлауға йүнəлтелгəн.
Был яңы нормалар демографияны үҫтереүгə лə булышлыҡ итəсəк, тип ышана депутаттар.
Өҫтəүенə, яңғыҙ əсəлəргə лə ҙур ярҙам булыр ине. Əгəр закон ҡабул ителһə, декреттағыларҙы эшкə алыусы бизнесмендарға дəүлəт субсидия бирəсəк, күргəҙмəлəрҙə, конгрестарҙа ҡатнашырға булышлыҡ итəсəк. Шулай уҡ хеҙмəттəшлекте үҫтереүҙə, компания хеҙмəткəрҙəренең квалификацияһын күтəреүҙə ярҙам күрһəтəсəк.
Читайте нас: