Хирургия корпусын яңыртыу өҫтөндә эш 2018 йылдың ноябрендә башланған. Дәүләт заказсыһы булып Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы тора, генераль подрядсы – «Капитал Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Өс ҡатлы бина тулыһынса яңырасаҡ. Был корпусты реконструкциялау 240 миллион һумға барып баҫа. Октябрьский ҡалаһы дауаханаһының был корпусын төҙөкләндереү проекты Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 объект төҙөү программаһына ингән, яңыртыу эштәре “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, бөгөн 1-се дауахананың хирургия корпусы бинаһында эштәр юғары төҙөлөш әҙерлеге кимәлендә. Бинаның 1951 йылда төҙөлгәнлеге иҫәпкә алынып, уның нигеҙе, колонналары һәм подвал стеналары нығытылған. Барлыҡ өс ҡатта ла тәҙрә һәм ҡат-ара стеналар алмаштырылған, лифт шахтаһы эшләнгән. Тиҙҙән эске эштәре лә тамамланасаҡ. Тышҡы биҙәү эштәре һәм инженер селтәрҙәрен һуҙыу ҙа дауам итә. Бина янындағы биләмәне тәртипкә килтереү, ҡорамалдарҙы урынлаштырыу ҙа ҡаралған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың ноябрендә Октябрский ҡалаһында Радий Хәбиров эш сәфәре менән булғайны. Ул 1-се ҡала дауаханаһына ла килде. Бинаны ҡарағанда, республика Башлығы яңыртылған корпус заман талаптарына ла яуап бирергә тейеш, тик уның архитектура үҙенсәлектәрен һаҡлау зарур тип белдергәйне.