Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 12:30

Путиндың мөрәжәғәте халыҡтың күпселегендә ыңғай тәьҫир ҡалдырған

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй халҡының 81 проценты ил Президенты Владимир Путин 11 майҙа тәҡдим иткән ярҙам саралары ҙур әһәмиәткә эйә тип иҫәпләй.

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй халҡының 81 проценты ил Президенты Владимир Путин 11 майҙа тәҡдим иткән ярҙам саралары ҙур әһәмиәткә эйә тип иҫәпләй, тип яҙа “Башҡортостан” гәзите сайты. Шул уҡ ваҡытта респонденттарҙың 66 проценты был сараларҙың бизнес өсөн мөһимлеген дә билдәләне.
Һорау бирелгәндәрҙең күпселеге (73 %), дәүләт башлығы коронавирус пандемияһының кире эҙемтәләренә бәйле хәлде яйға һалыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша, тигән фекерҙә. Граждандарҙың өстән ике өлөшө (67 %) Рәсәйҙәге хәлде Президент контролдә тота тип инана. Халыҡтың 66 проценты Владимир Путиндың ысын хәлде һәм кешеләрҙең проблемаларын аңлауына ышана. Һорау биреү сараһында ҡатнашҡандарҙың 75 проценты әйтеүенсә, дәүләт етәксеһенең телевидение аша мөрәжәғәте уларҙа ыңғай тәьҫир ҡалдырған.
Социологтар билдәләүенсә, 16 йәшкә тиклемге балаларға 10-ар мең һум аҡса түләү (респонденттарҙың 95 проценты); эшләмәгән граждандарға бала ҡарау өсөн минималь пособие күләмен ике тапҡырға арттырыу (93 %); апрель-июндә өс йәшкә тиклемге сабыйҙарға бишәр мең һум түләү (92 %); ете йәшкә тиклемге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә субсидия биреү (91 %) кеүек ярҙам саралары халыҡтың ыңғай баһаһын алған.
Санитария нормаларын үтәү шарты менән төп тармаҡтарҙағы предприятиелар эшен тергеҙеүҙе халыҡтың 89 проценты, үҙмәшғүлдәргә уҙған йыл өсөн һалымды ҡайтарыуҙы – 76, коронавирусҡа көн һайын үткәрелгән тестар һанын 300 меңгә тиклем арттырыуҙы 75 проценты хуплаған.
Фото: alt-patr.ru
Читайте нас: