Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 15:30

ТАҒЫ ЛА ОҘАЙЛЫ ЯЛДАР КӨТӘ

Майҙа һәм июндә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йәнә оҙайлы ялдар көтә.


Майҙа һәм июндә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йәнә оҙайлы ялдар көтә.

2020 йылдың 24 майы – Ураҙа байрамы — республикала ял көнө тип иғлан ителгән.

12 июнь – Рәсәй көнө – шулай уҡ эшләмәгән байрам көнө булып тора.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 2020 йылдың 23, 24, 25 майы һәм 12, 13, 14 июне ял көндәре тип иҫәпләнә. Кесаҙна, 11 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Шулай итеп, оҙайлы ялдар дауам итә әле. Хәйер, ауыл кешеһенә ең һыҙғанып эшләй торған көндәр инде улар. Эшләгән – тешләгән.
Читайте нас: