Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2020, 16:00

Афарин, Матвей!

Ун йәшлек малай федераль телеканалға өлгө күрһәтерлек эштәре арҡаһында килеп эләккән. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ул ололар башҡарыр бурыстарҙы тормошҡа ашыра - йәшәгән еренең таҙалығы һағында тора. Интернетта экология проблемалары тураһында блог алып бара, ғәмәлдә үҙе лә сүп-сар йыя, ололарҙы ла был эшкә етди ҡарарға өндәй.

Иглиндан уҡыусы Матвей Анискин Рәсәй-1 телеканалының "Утро" тапшырыуында ҡатнашып, бөтә илгә үҙенең изге эштәре менән билдәлелек алды.
Ун йәшлек малай федераль телеканалға өлгө күрһәтерлек эштәре арҡаһында килеп эләккән. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ул ололар башҡарыр бурыстарҙы тормошҡа ашыра - йәшәгән еренең таҙалығы һағында тора. Интернетта экология проблемалары тураһында блог алып бара, ғәмәлдә үҙе лә сүп-сар йыя, ололарҙы ла был эшкә етди ҡарарға өндәй.

Матвейҙың яҙыуынса, урындағы Бәләкәс йылғаһы күҙ алдында ҡый ояһына әйләнгән. Элек бында балалар һыу инһә, балыҡ тотһа, ҡыҫалалар йәшәһә, ә улар таҙа һыуҙа ғына үрсей, хәҙер йылға эргәһенә яҡынлауы ла имәнес.

"Бәләкәс йылғаһы буйына таҙартыу ҡоролмалары урынлаштырылыуын, уның таҙа булыуын теләйем", - ти Матвей. Экология тураһында ул күберәк олатаһынан ишеткән, тәбиғәт һағына баҫыу өсөн бер ниндәй түңәрәк тә, ярҙам итеүсе лә кәрәкмәгән. Тәбиғәт алдында ант биреп, еңел булмаған ошо юлды һайлаған. Малай һәр көн урамдағы сүп-сарҙы йыя, эргә-тирәһендәгеләргә лә таҙалыҡтың мөһимлеген еткерергә тырыша. "Күптәр көлөп ҡарай. Нимә булырын аңлатһаң, ҡайһы берҙәр уйлана", - ти ул.
Матвей тәҙрә төбөнә өйөлгән сүп-сарҙы яҡындағы контейнерға еткереп ташлауҙы ойоштора алған. Икенсе проблема менән - уны ҙур ҡыйлыҡҡа сығартыу өсөн - хатта чиновниктарға мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтә яҡшы: хәҙер сүп-сарҙы даими сығара башлағандар. Федераль телеканалда 16 майҙа булған тапшырыуҙа ошо турала ишетеп, яҡташыбыҙ өсөн ғорурлыҡ кисермәгән кеше ҡалмағандыр.

Иглинда йәш экологка ҙур хөрмәт менән ҡарайҙар, уға атаһының исемен ҡушып ҙурлап өндәшәләр икән. Ауыл хакимиәте башлығы әйтеүенсә, уның тырышлығы арҡаһында кешеләр өмәләргә йышыраҡ сыға башлаған. Өҫтәүенә Матвей яҡшы уҡый ҙа, спорт менән дә дуҫ, бәләкәй һеңлеһенә яҡшы ағай.

Бына шундай етди, яҡшы күңелле Кеше үҫеп килә Иглинда.
Фото: Bash.news.ru
Читайте нас: