Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2020, 21:00

Берҙәм булһаң, тажлы вирус та еңелә!

Коронавирус таралып киткән Ҡытай менән сиктәш 96 миллион халҡы булған Вьетнамда был сирҙе бөтәһе 268 кеше генә йоҡторған һәм унда бер үлем осрағы ла юҡ. Эпидемияға ҡаршы нисек көрәшәләр икән был илдә?

Коронавирус таралып киткән Ҡытай менән сиктәш 96 миллион халҡы булған Вьетнамда был сирҙе бөтәһе 268 кеше генә йоҡторған һәм унда бер үлем осрағы ла юҡ. Эпидемияға ҡаршы нисек көрәшәләр һуң был илдә?
Вьетнамға вирус иң беренсе 23 ғинуарҙа Ухандән улын күрергә килгән бер ир кеше менән инә. Билдәле, икеһен дә дауаханаға һалып ҡуялар. Аҙаҡ Ҡытайҙан эштән ҡайтыусылар арта, сирлеләр ҙә күбәйә. Ил бер нисә көн эсендә Европа, Рәсәйҙән рейстарҙы кире ҡаға. Туристар өсөн сиктәр бикләнә. Мәктәптәр ҙә ябыла. Вирус таралған райондарҙа автобустар ҙа туҡтатыла.Тиҙ арала госпиталдәрҙе йыһазландырып, иң тәжрибәле табиптар йәлеп ителә. 2003 йылда атипик пневмония менән көрәшкән ил (ул саҡта 63 кеше сирләп, 5-әүһе үлә) коронавирусты мөмкин тиклем тиҙ арала туҡтатыу сараһын күрергә кәрәк тигән һығымта яһай. СОVID-19 вирусы менән дошманға ҡаршы сыҡҡан кеүек көрәшәләр. Ханой һәм Хошимин тирәһендә карантин индерелә. Сирлеләрҙең ғаиләләре йәшәгән урамдарҙы хәрбиҙәр уратып алып күҙәтә. Электрон күҙәтеү ҙә индерелә. Хөкүмәт иҫәбенә алынған аҙыҡ-түлекте фатиҙарҙың ишек төбөндә ҡалдырып китәләр.
Әле карантин саралары Вьетнамда ла бөтөрөлә, әммә битлекһеҙ йөрөү, 20-нән артыҡ кеше бергә йыйылыу тыйыла. Пандемия был халыҡтың берҙәмлеген һәм уяулығын күрһәтте.
Читайте нас: