Рәсәй Президенты "Россия 1" телеканалындағы "Мәскәү. Кремль. Путин" программаһында белдереүенсә, беҙҙә яһалма интеллект, генетика, пилотһыҙ техниканы үҫтереү - өҫтөнлөккә эйә булған бурыстар.
– Рәсәй – айырым цивилизация ул. Әгәр беҙ уны һаҡларға теләһәк, юғары технологияларҙы үҫтереүгә баҫым яһарға тейешбеҙ, – тигән Путин.
Яңы технологиялар барлыҡҡа килә тора, донъяны үҙгәртә тора. Рәсәйҙә юғары технологиялы ҡоралдар ҙа бар. Ил башлығы әйтеүенсә, ундайҙар әлегә бер генә илдә лә юҡ.
– Беҙгә Рәсәй белгестәренең ҡаҙаныштарына таянырға һәм шулай уҡ сит илдәрҙә булған ваҡиғаларға ла иғтибар итергә кәрәк, – тине Владимир Путин. – Шунһыҙ дәғүәселектә артта ҡаласаҡбыҙ.
Президенттың был сығышы былтыр сентябрҙә үк яҙҙырылған икән, әммә эфирға тәүгә сыҡҡан.