Әбйәлил районындағы обсерватор БР Башлығы Радий Хəбировтың бойороғона ярашлы ойошторолғайны. Унда Яҡутстандағы Чаяндин ятҡылығынан ҡайтарылған вахтасылар тотолдо.
Учреждение 400 кешене ҡабул итте. Уларҙың һигеҙе коронавирус шиге аҫтында булып, дауаханаға урынлаштырылды. Ҡалғандар ял базаһында ике аҙна карантинда булып, бөгөн үҙ йорттарына ҡайтып китте.