Рәсәй Президенты Владимир Путин мосолмандарҙан мөфтөйҙәрҙең үтенестәрен тыңлауҙы һәм Ураҙа байрамын өйҙә үткәреүҙәрен һораны.
Дүшәмбе көн президент видеоэлемтә аша Дағстан етәксеклеге һәм йәмәғәтселек вәкилдәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Үҙенең сығышында дәүләт етәксеһе әле барлыҡ мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айы барыуын һәм уның 23 майҙа Ураҙа байрамы менән тамаланыуын телгә алды.
– Мин республикала был байрамға нисек ҡарауҙарын, йолаларҙы нисек ҡәҙерләүҙәрен беләм. Шулай уҡ дин әһелдәре хәҙерге ваҡытта мосолмандарҙы был байрамды өйҙә үткәрергә, коллектив аят уҡыуҙарҙан һәм бергәләшеп йыйылышыу традицияларынан баш тартырға саҡырыуҙарын да беләм, – тине Путин.
Билдәле булыуынса, Дағстанда коронавирус менән хәл-торош ҡатмарлы. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, унда был сир менән 3460 ауырыусы теркәлгән, шуларҙың 89-ы – һуңғы тәүлектә, һауығыусылар һаны – бөтәһе 1807, вафат булыусылар – 29.