Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 11:30

Ауыл хужалығы кооперативтары һәм ғаилә фермалары өсөн гранттарға конкурс иғлан ителде

Башҡортостан ауыл хужалығы мәғлүмәттәренә ярашлы, матди ярҙам ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын нығытыу һәм ғаилә фермаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостан ауыл хужалығы мәғлүмәттәренә ярашлы, матди ярҙам ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын нығытыу һәм ғаилә фермаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Грант аҡсаларын түләү конкурс шарттарында башҡарыла. Тулыраҡ мәғлүмәт менән ведомствоның рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Ауыл хужалығы тауары етештереүселәргә ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты хуплау” милли проекты сиктәрендә “Фермерҙарға ярҙам системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты буйынса бүленә.
Ауыл хужалығы кооперативтарына һәм ғаилә фермаларына ярҙам итеү буйынса грант программалары Башҡортостанда 2012 йылдан эшләп килә. 8 йылда 310 ғаилә фермалары – 1 млрд һумдан ашыу һәм 19 ауыл хужалығы кооперативы 183 млн һумлыҡ гранттар алған.
Читайте нас: