Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 22:45

Евразия ирекмәндәре Өфөлә осрашасаҡ

Өфөлә Евразияның ирекмәндәр форумы уҙғарыла. Ирекмәндәр менән бөгөн үткән онлайн-осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта белдерҙе.

Өфөлә Евразияның ирекмәндәр форумы уҙғарыла. Ирекмәндәр менән бөгөн үткән онлайн-осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта белдерҙе.
Әңгәмә барышында Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстандың ирекмән ойошмалары вәкилдәре коронавирус пандемияһы осоронда кешеләргә ярҙам күрһәтеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Республика Башлығы Евразия ирекмәндәр форумында ошо эшкә өҫтөнлөк бирергә тәҡдим итте. Сараны ойоштороу бурысын республика етәксеһе Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына йөкмәтте.
"Август-сентябрҙә Өфөлә барлыҡ Евразия илдәренән делегациялар ҡатнашлығында ирекмәндәрҙең форумын йәки слетын үткәрәйек, – тине республика Башлығы. – Йәштәр тәжрибә уртаҡлашһын, әңгәмәләшһен, хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумдарға ҡул ҡуйһын. Иманым камил, беҙгә бер-беребеҙҙән өйрәнәһе нәмәләр етерлек. Һеҙҙе Башҡортостанда көтәбеҙ!"
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: