Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 11:30

Иң егәрлеләр көнө

Ә һеҙ беләһегеҙме, бөгөн ниндәй көн? Донъялағы иң уңған йән эйәләренең байрамы икән бөгөн.

Абруйын илдең юғары тотор,

Башҡортостандың данын балҡытыр

Умартасының уңған ҡулдары,

Еребеҙ ҡото – башҡорт бал ҡорто.

Рауил Бикбаев.

Ә һеҙ беләһегеҙме, бөгөн ниндәй көн? Донъялағы иң уңған йән эйәләренең байрамы икән бөгөн.

20 май БӨТӘ ДОНЪЯ БАЛ ҠОРТТАРЫ КӨНӨ тип иғлан ителгән, сөнки ҡортсолоҡҡа, умартасылыҡҡа нигеҙ һалған Антон Янша ошо көндә тыуған.

Словенияның данлыҡлы умартасылар ғаиләһендә тыуып үҫкән Антон Янша ҡортсолоҡто үҫтереү буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡара. Шуға күрә БМО Генераль Ассамблеяһына Словениянан уның тыуған көнөн Бөтә донъя бал ҡорттары көнө итеп үткәреү тәҡдимен индерәләр. Был башланғыс хуплау таба. Һөҙөмтәлә 2018 йылда 20 майҙа тәүге тапҡыр Бөтә донъя бал ҡорттары көнө билдәләнә.

Мәғлүм булыуынса, башҡорт халҡы элек-электән ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Ата-бабабыҙҙың был кәсебе әле лә лайыҡлы дауам ителә. Сифатлы башҡорт балы донъяла киң танылыу ала бара.
Һынамыштар
*Бал ҡорттары иртән иртүк осмаһалар, көндөҙ ямғыр буласаҡ.
*Умартанан туп-тура осоп сыҡһалар, көндәр аяҙға торасаҡ.
*Бал ҡорто әйләнеп ҡайтһа, ямғыр яуа.

Читайте нас: