Ғаиләләге башҡа ағзаларҙы ла иҫәпкә алғанда, был был ярҙам 50 миллиондан ашыу кешегә ҡағыласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин 19 майҙа үткән кәңәшмәлә билдәләүенсә, ата-әсәләр бөгөнгә Дәүләт хеҙмәте порталы аша 12 миллион балаға бер тапҡыр бирелә торған түләү юллаған.
Әйтергә кәрәк, аҡсалата ярҙамдың был төрө халыҡта айырыуса ҙур ихтыяж тыуҙырған.
Онлайн кәңәшмәлә Владимир Путин шулай уҡ коронавирус менән эшләгән табиптарға өҫтәмә аҡса түләү мәсьәләһен дә күтәрҙе. Билдәле булыуынса, илдең күп кенә төбәктәрендә дәртләндереү рәүешендәге өҫтәмә аҡса менән ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуҙы. Сөнки медицина хеҙмәткәрҙәренә был түләүҙәр эшләп уҙғарылған фактик ваҡыт өсөн тәғәйен күләмдә генә бирелде.
Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтен тәнҡитләгәндән һуң, был ҡарарға үҙгәреш индерелгән, пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡатнашҡан ашығыс ярҙам, шулай уҡ транспорт компаниялары водителдәренә дәртләндереү аҡсаһы билдәләнгән.