Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 23:35

Һаулыҡ - беренсе урында

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт БИРҒӘЛИН:

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт БИРҒӘЛИН:
“Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр! Һеҙҙең барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Ураҙа байрамы менән тәбрикләйем. Быйыл уны ябай булмаған шарттарҙа ҡаршылайбыҙ. 12 майҙа республика Башлығы пандемияға бәйле Указына үҙгәрештәр индерҙе. Һүҙ – үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын бер аҙ еңеләйтеү тураһында. Әммә унда 4-се пункт бар. Уға ярашлы, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа режим элеккесә һаҡлана. Йома, тәүәрих намаҙҙары һәм етеп килгән Ураҙа байрамы тап ошо пунктҡа тап килә. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты республика етәксеһе һүҙҙәрен тулыһынса хуплай. Беҙ Ураҙа байрамын һәм артабан да йома намаҙҙарын күмәкләп үткәреүҙән тыйылып торабыҙ, сөнки һаулыҡ – Хоҙай тарафынан бирелгән иң ҙур аманат. Беҙ уны һаҡларға бурыслы.
Барығыҙҙы ла етеп килгән байрам менән! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: