Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 18:00

Ҡайталар инде, ҡайталар инде…

Берләшкән ғәрәп әмирлектәрендә ҡалған Башҡортостан граждандарын ҡайтаралар.Туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә әмирлектәрҙән Мәскәүгә рейс ойоштороласаҡ. Республика граждандарына дәүләт хеҙмәттәре сайтында теркәлергә кәрәк була. Рәсәйгә ҡайтҡас улар Мәскәү өлкәһендә карантинда буласаҡ.

Берләшкән ғәрәп әмирлектәрендә ҡалған Башҡортостан граждандарын ҡайтаралар.
Туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә әмирлектәрҙән Мәскәүгә рейс ойоштороласаҡ. Республика граждандарына дәүләт хеҙмәттәре сайтында теркәлергә кәрәк була. Рәсәйгә ҡайтҡас улар Мәскәү өлкәһендә карантинда буласаҡ.
Өфөлә иһә Һиндостанда тороп ҡалған Рәсәй граждандары менән самолетты көтәләр. Рейс Делиҙан 23 майҙа башҡарылырға тейеш. Элемтә һәм киң коммунициялар министрлығынан белдереүҙәренсә, 26 майға тиклем тиҫтәнән ашыу илдән граждандарҙы ҡайтарыу планлаштырыла.
Шулай уҡ "Красноусол" обсерваторында урынлаштырылған вахтасылар өсөн карантин тамамланды. Улар өйҙәренә ҡайтты. Яҡут Республикаһында эшләгән Башҡортостан граждандарына обсерваторҙарҙың береһе “Красноусол” шифаханаһында булдырылды. Вахтасыларға коронавирусҡа ике тапҡыр тест эшләнелгән, береһендә лә инфекция табылмаған.
ФОТО Bash.News
Читайте нас: