Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 11:30

Милли проекттар үтәлеше ҡаралды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров милли проекттар үтәлешен тикшереү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров милли проекттар үтәлешен тикшереү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәр итеүенсә, кәңәшмәне видеоэлемтә аша Рәсәй Именлек советы секретары Николай Патрушев һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәргән. Кәңәшмәлә бюджет аҡсаһын ҡулланыуҙы етди күҙәтеүгә алыу, милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда аҡса урлашыуҙы булдырмау мәсьәләләре күтәрелде. Төбәктәргә хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары менән эшмәкәрлекте көйләү бурысы ҡуйылды.
Кәңәшмәлә шулай уҡ халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды.
Читайте нас: