– Рәсәйҙә бөртөклө культуралар йыйыу алты йыл рәттән 100 млн тоннанан артыҡ. Быйыл шулай уҡ беҙҙә уңыш яҡшы булмаҡсы, – тине президент. – Рәсәй төп туҡланыу продукттары менән үҙен тулыһынса тәьмин итә, күп кенә позициялар буйынса алдынғы экспортерҙар иҫәбенә инә.
Дәүләт етәксеһе белдереүенсә, коронавирусҡа бәйле ҡатмарлы осорҙа ла агросәнәғәт комплексы, башҡаларға ҡарағанда, әҙерәк зыян күргән. Ул шулай уҡ хәҙерге ябай булмаған шарттарҙа был тармаҡта килемдәр кәмеү хәүефе барлығын билдәләп, аграрийҙарҙың яғыулыҡ һәм сеймал һатып алыуға ресурстары булһын өсөн, уларға ярҙам күрһәтергә кәрәклеген белдерҙе.