Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 00:20

Кәмемәй, арта ғына

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәте һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Александр Брод ил Конституцияһына төҙәтмәләргә ҡарата йәмәғәтселектең ҡыҙыҡһыныуы артыуы хаҡында белдерҙе.

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәте һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Александр Брод ил Конституцияһына төҙәтмәләргә ҡарата йәмәғәтселектең ҡыҙыҡһыныуы артыуы хаҡында белдерҙе.
Александр Бродтың әйтеүенсә, Башҡортостанда ил Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүгә йәмәғәтселек күҙәтеүенең әҙерлеге йәһәтенән онлайн-осрашыуҙа социологик һорауҙар буйынса алынған яуаптарға ҡарағанда, респонденттарҙың яртыһынан күберәге тауыш биреүгә килергә әҙер. “Әлеге пандемия осоронда был төҙәтмәләрҙең мәғәнәһе, улар хаҡында аңлатыу эштәре буйынса эшкә йәмәғәтселек күҙәтеүселәрен әҙерләү өсөн көс һалабыҙ”, – тине белгес.
Ул бындай төҙәтмәләрҙең, бигерәк тә медицина һәм коронавирус инфекцияһының таралыуы менән бәйле ауыр осорҙа халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләренә ҡағылышлыларының төп мәғәнәгә эйә булыуы хаҡында әйтте. Александр Брод шулай уҡ Башҡортостанда гражданлыҡ йәмғиәте институттары һәм сәйәси партиялар менән Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса эште дауам итергә, һайлау участкаларҙың, хатта пандемиянан һуң да коронавирус инфекцияһынан бар һаҡланыу сараларын иҫәпкә алып, һәр кем тауыш бирә алырлығын тәьмин итеп эшләүен дауам итеүен теләне.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас: