Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 12:30

Путин Берҙәм дәүләт имтихандарын 29 июндән башларға тәҡдим итте

Президент быйыл барлыҡ мәктәп сығарылыусылары имтихандарһыҙ аттестат аласаҡ, тип белдерҙе.

Президент быйыл барлыҡ мәктәп сығарылыусылары имтихандарһыҙ аттестат аласаҡ, тип белдерҙе.
Берҙәм дәүләт имтихандарын (БДИ) быйыл 29 июндә башланасаҡ һәм уларҙы юғары уҡыу йорттарына инергә планлаштырыусы сығарылыусылар ғына тапшырасаҡ. Был хаҡта Рәсәй президенты Владимир Путин кисә мәғариф өлкәһендәге хәл-торош буйынса кәңәшмәлә хәбәр итте. Аттестаттарға килгәндә, улар быйыл бөтә сығарылыусыларға ла биреләсәк. Президент әйтеүенсә, был ҡарар иҫкәрмә рәүешендә һәм ваҡытлыса характерлы.
Дәүләт башлығы шулай уҡ, быйыл сығарылыусыларҙың кәмендә 60 проценты вуздарҙа бюджет урындарына уҡырға инеү мөмкинлеге алырға тейеш, тип белдерҙе.
#ВладимирПутин
Читайте нас: