Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2020, 18:30

Беҙҙең көндәр геройҙары!

Беҙҙең көндәр геройҙары...Һуңғы арала волонтерҙарҙы, медиктарҙы шулай атайҙар. Минеңсә, ундай геройҙар беҙҙең арала ла бар, тип ғорурлыҡ менән хәбәр итә "Киске Үрген" төкөмө.



Беҙҙең көндәр геройҙары...Һуңғы арала волонтерҙарҙы, медиктарҙы шулай атайҙар. Минеңсә, ундай геройҙар беҙҙең арала ла бар.
Белеүегеҙсә, 8 май көнө ауыл зыяратында янғын сыҡты, бәхеткә күрә, был бәлә ҙур фажиғәгә әйләнмәне. Ауылдаштарыбыҙҙың берҙәмлеге, янғын һүндереүселәрҙең оператив эш итеүе арҡаһында янғын ауылға төшмәне, зыяраттың да күп өлөшөнә ут теймәне.
Янғынды һүндергәс тә эш бөтмәне. Ауыл ир-егеттәре төнгө 11-12-гә тиклем берәр сәғәтләп дежурҙа булып, уттың яңынан көсәйеүенә юл ҡуйманы.Шул геройҙарҙы исемләп яҙып китмәксемен (үҙем белгәндәрен).
Сәйфуллин Зәйнулла, Ҡолдәүләтов Шәүкәт, Хасанов Арслан, Аҡсурин Илфат, Тулибаев Ғәлинур, Азнабаев Нәфис, Тулибаев Ринат, Зианбердин Юлай, Зианбердин Азамат, Тулибаев Ғәйнулла, Китиков Салауат, Зарипов Радик, Зарипов Рифат, Яркаев Илдар, Зианбердин Илгизар, Фахретдинов Заһир, Аҡсурин Бакир, Азнабаев Динар, Зианбердин Илһам, Солтанбаев Лотфулла, Аҡсурин Альфред, Аҡсурин Гәрәй, Аҡъюлов Басир, Солтанбаев Әкрәм. Улар һәр төтөн сыҡҡан урынға һыу һиптереп, селек буйҙарын тикшереп торҙолар.
Йәнә Янбаев Радик. ул дежурҙа ла булды, үҙенең цистернаһын тултырып һыу ҙа килтереп ҡуйҙы. Уға айырыуса ҙур рәхмәт инде. Ул ысын беҙҙең заман геройы.
Хатта икенсе көндө лә ут һүнеп бөтмәгәйне. Аҡсурин Гәрәй, Зианбердин Азат, Аҡъюлов Басир был көндө лә дежурҙа булдылар.
Ошо ир-егеттәргә ҙур рәхмәт! Афариндар!
Сығанаҡ: Киске Үрген.
Читайте нас в