Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2020, 18:00

Саф шишмә һыуын эсеп йәшәү - үҙе бәхет

Биштирәк ҡатын-ҡыҙҙары ауылдаштарының яратҡан урыны – йәмле Ҡайын ҡоҙоғо шишмәһен тағы ла йәмләндереү, йәнләндереү маҡсатында өмә ойошторҙо. Тирә-яғын, шишмә башын таҙартып, йыйыштырып, кәртәләүҙәрен, япмалы ял итеү урынын буяп ҡуйғас, Ҡайын ҡоҙоғо, рәхмәт әйткәндәй, дәртлерәк селтерәп аға башлағандай тойолдо.

Биштирәк ҡатын-ҡыҙҙары ауылдаштарының яратҡан урыны – йәмле Ҡайын ҡоҙоғо шишмәһен тағы ла йәмләндереү, йәнләндереү маҡсатында өмә ойошторҙо. Тирә-яғын, шишмә башын таҙартып, йыйыштырып, кәртәләүҙәрен, япмалы ял итеү урынын буяп ҡуйғас, Ҡайын ҡоҙоғо, рәхмәт әйткәндәй, дәртлерәк селтерәп аға башлағандай тойолдо. Биштирәктәр төрлө буяуҙар менән тәьмин иткән даими бағыусылары – Татарстанда йәшәүсе яҡташтары Зәүхиә Ҡәҙербәҡова-Низамиеваға рәхмәт белдерә. Зәүхиә апайҙары иһә гәзит аша үҙенең уй-теләктәрен еткерә:
  • Тәбиғәттең матурлығын тағын да арттырып, йәмләп торһаҡ, ул беҙгә мең изгелектәр менән яуап бирә, тиҙәр. Ҡайын шишмәһенең янына килгәс, үҙегеҙгә лә рәхәт булып китер, бер ус һыуын эсһәгеҙ ҙә тәнегеҙҙең сәләмәтлеге артып, күңелегеҙ көрәйеп ҡалыр. Саф шишмә һыуын эсеп йәшәү – иң ҙур бәхет.
  • Әйҙәгеҙ, шишмә янына кем генә килһә лә – ололар, йәштәр, балалар – йәмле көйө ҡалдырайыҡ. Сүп- сар ташламағыҙ, усаҡ яғып ултырһағыҙ, күмерҙе, торонбаштарҙы, ашаған ризыҡ ҡалдыҡтарын йыйыштырып алып китегеҙ. Тәбиғәтте йәмләү – ул үҙеңде хөрмәт итеүгә һәм үҙ йөҙөңдө йәмләүгә тиң ғәмәл. Ҡайын ҡоҙоғо ауылыбыҙға килгән ҡунаҡтарға ла йөҙөбөҙ ҡыҙармаҫлыҡ хәлдә күрһәтерлек булһын. Шишмә беҙҙе һағынып көтөп торһон!
    Хөрмәтле ауылдаштарым, һеҙҙең эшегеҙ кемдер килеп таҙартырға тейеш, тип көтөп ятҡандарға ла үрнәк булһын. Тәбиғәт үҙебеҙгә кәрәк. Йәшәгән еребеҙҙе йәмләндереү хөкүмәттән генә тормай, ә һәр беребеҙгә бәйле.
    Читайте нас: