Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2020, 16:00

Бал ҡорттарын сығармай тороғоҙ - пестицид менән эшкәртеү үткәрелә!

ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!“Ейәнсура урман хужалығы” дәүләт автоном учреждениеһы парһыҙ ебәк күбәләге таралыу урындарын бөтөрөү, таралыуға юл ҡуймау буйынса ер өҫтөндә биологик препараттар ҡулланып, саралар үткәрәсәге хаҡында хәбәр итә.Ҡайҙа, ҡасан - сайтҡа инеп уҡый алаһығыҙ.

ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА!
“Ейәнсура урман хужалығы” дәүләт автоном учреждениеһы парһыҙ ебәк күбәләге таралыу урындарын бөтөрөү, таралыуға юл ҡуймау буйынса ер өҫтөндә биологик препараттар ҡулланып, саралар үткәрәсәге хаҡында хәбәр итә.
“Лепидоцид, СК –М”. Мал-тыуар өсөн – 4-се класс һәм бал ҡорттары өсөн 3-сө класс ағыулылыҡта.
Эшкәртеүҙәр Байыш участка лесничествоһының 122-124, 131-136, 147-148, 151, 163, 163, 165, 169, 170-се кварталдарында,
Ҡарағайтуғай участка лесничествоһының 47-50, 52-56, 64,65, 69-73-сө кварталдарында,
Юлдыбай участка лесничествоһының 47-48, 57, 60, 70, 77-78, 82-85, 90-сы кварталдарында 25 майҙан 10 июнгә тиклем үткәреләсәк.
Район халҡына үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ: биологик препарат һиптереү юлы менән эшкәртеү үткәргәнгә тиклем 2 көн, эш тамамланғандан һуң 7 көн (17 июнгә ҡәҙәр) урманға барыуҙан, урман фондында малдарҙы көтөүҙән, дарыу үләндәре йыйыуҙан, унда бал ҡорттарын сығарып ултыртыуҙан тыйылып тороғоҙ!
Умартасылыҡ продукцияһы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм бал ҡорттарын пестицид тәьҫиренән һаҡлау маҡсатында умарталыҡтарҙы пестицид ҡулланылған ерҙән кәмендә 7 км ары тоторға кәңәш ителә.
Эшкәртеү эштәре үткәрелеү урынын асыҡлау буйынса граждандарҙан мөрәжәғәттәр телефон аша ҡабул ителә:
8 (347) 85 2-12-12 – ЕДДС;
79270848605 – Салауат Ғиззәт улы Сәғитов, Урман хужалығы директоры;
7-927-939-51-96 – Фуат Факил улы Яҡупов, Юлдыбай участка лесничествоһы начальнигы;
7-937-360-86-44 – Миңнулла Рашат улы Ишкинин, Байыш участка лесничествоһы начальнигы;
7-927-23-22-647 – Радик Сәйфулла улы Туҡаев, Ҡарағайтуғай участка лесничествоһы начальнигы.
Читайте нас: