Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2020, 17:23

Өфө янындағы яңы инфекция дауаханаһы төҙөлөп бөттө

25 майҙа Өфө янындағы яңы инфекция дауаханаһы төҙөлөп бөттө. Ундағы эштәр менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров танышты.

25 майҙа Өфө янындағы яңы инфекция дауаханаһы төҙөлөп бөттө. Ундағы эштәр менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров танышты.
“Әлеге үҙәк республикала, улай ғына ла түгел, бөтә илдә иң һәйбәте, тип әйтергә була. 55 көн эсендә дауахана төҙөү – ҙур уңыш билдәһе. Хәҙер уның хужалары – табиптар. Ғәҙәти бюрократик алымдарҙан баш тартыу һәм тиҙ мобилизация теләгән һөҙөмтәгә ҡыҫҡа ваҡыт арауығында өлгәшергә ярҙам итте”, – тине Андрей Назаров һәм төҙөүселәргә фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
1 июнгә тиклем дауаханала көйләү эштәре башҡарыласаҡ, артабан махсус медицина ҡорамалдарын, шул иҫәптән автономлы елләтеү аппаратын урынлаштырасаҡтар.
Йоғошло ауырыуҙар госпиталендә тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк 100 бокс була, уларҙың 62-һе бер урынлы, 18-е - ауыр хәлдәгеләр өсөн. Айырым бинала хеҙмәткәрҙәр өсөн ятаҡ төҙөлгән. Санитар транспорттарҙы эшкәртеү, таҙартыу ҡорамалдары, резерв аҙыҡ-түлек сығанаҡтары, ҡаҙанлыҡ, кислород станциялары өсөн майҙансыҡтар хәүефһеҙ арауыҡта урынлаштырылған.
Бина ҡурай сәскәһе формаһында проектланған. Үҙәк бина ярымтүңәрәк формаһында, унан дауалау бүлектәре тармаҡланып китә. Һау һәм ауырыуҙар өсөн айырым зоналар әҙерләнгән.
Ике төп инфекция бүлегендә тышҡа һәм коридорға алып сыҡҡан ике ишек, ике шлюз, ике бәҙрәф, йыуыныу урындары менән махсус бокстар булдырыласаҡ, бөтә бүлмәләрҙә лә һауа ебәреүҙе, уны таҙартыуҙы бойомға ашырған автономлы елләтеү ҡорамалдары эшләйәсәк.
Төҙөлөштә ҡулланылған материалдарҙың 80 проценты республикала етештерелгән.
ФОТО: Башинформ
Читайте нас: