Рәсәй президенты Владимир Путин коронавирус эпидемияһы осоронда ОСАГО полисын автомобилгә техник тикшереү үткәрмәйенсә алырға рөхсәт биреүсе федераль законға ҡул ҡуйҙы.
Сикләү саралары арҡаһында илдең күп кенә төбәктәрендә техник хеҙмәтләндереү станциялары эшләмәй һәм водителдәр ОСАГО полисын юллау өсөн кәрәкле диагностик карта ала алмай ине. Закон 2020 йылдың 1 мартынан 30 сентябренә тиклем автомобилдең хәүефһеҙлек талаптарына тап килеүе тураһында диагностик карта, йәки тракторҙарҙың, үҙйөрөшлө юл-төҙөлөш һәм башҡа төрлө машиналарҙың техник тикшереү үтеүе тураһында таныҡлыҡ тапшырмайынса ОСАГО килешеүе төҙөргә рөхсәт итә.
Был осраҡта бындай документтарҙы сикләү саралары ғәмәлдән сығарылғандан алып бер ай эсендә, әммә 2020 йылдың 31 октябренә ҡәҙәр тапшырырға тейеш.