Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 11:30

Еңеү парады 24 июндә үтәсәк

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыуға арналған парад Мәскәүҙә 24 июндә үтәсәк, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыуға арналған парад Мәскәүҙә 24 июндә үтәсәк, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин.
“Беҙ быны 1945 йылда еңеүселәрҙең легендарь тарихи парады булған саҡта, Мәскәү янында алышҡан һәм Ленинградты һаҡлаған, Сталинградта һуғышҡан, Европаны азат иткән, Берлинды штурмлаған яугирҙәр Ҡыҙыл майҙан буйлап үткән мәлдә эшләйәсәкбеҙ”, – тине дәүләт етәксеһе Оборона министры Сергей Шойгу менән осрашҡандан һуң.
Владимир Путин был ваҡиғаға әҙерләнә башларға бойорҙо. Шойгуға ул иң ҡәтғи хәүефһеҙлек режимын тәьмин итергә ҡушты. Президент “Үлемһеҙ полк” акцияһын үткәргәндә бындай хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеү мөмкин булмауын билдәләп, уны һуңғараҡ – 26 июлдә үткәрергә тәҡдим итте. Был көндә, йәғни Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә тағы бер сара – хәрби-диңгеҙ парады үтәсәк. Путин шулай уҡ уны үткәреү тураһында бойороҡ сығарҙы.
Читайте нас: