Бөрө районында республикалағы беренсе глэмпинг ойошторолдо – тәбиғәт ҡосағында "ZeБирск" турбазаһы барлыҡҡа килде. Экотуризмдың был яңы төрө саф һауала ҡунаҡханалағы кеүек шарттарҙа ял итеү мөмкинлеген бирә.
Бөрөлә йәшәгән Тимур Пайдиев Шәмсетдин күле буйындағы биләмәлә ошондай проектты бойомға ашырған. Уның планы Мәскәү инвесторҙарында ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, һөҙөмтәлә быйыл мартта был тәҡдим район хакимиәте башлығы ҡатнашлығында уҙған “Инвестиция сәғәте”ндә ҡарала. Проект урындағы етәкселеккә лә оҡшай, уны шунда уҡ ғәмәлгә ашырырға тотоналар.
"Март уртаһында уҡ урынды билдәләнек, план төҙөнөк һәм уны тормошҡа ашыра башланыҡ. Хәҙер инде республикала ял йорттарына, туристик базаларға эшләргә рөхсәт биреү тураһында ҡарар ҡабул ителеү менән тәүге ҡунаҡтарҙы көтәбеҙ", – ти проект етәксеһе Тимур Пайдиев.
"Башҡортостан" гәзитенән.