"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 12:30

«Урал барыҫы» турист һуҡмағын велосипедта үтергә мөмкин

1 июндә Башҡортостан Республикаһында Рус география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең бер юлы «Европа-Азия велоһуҡмағы» һәм «Урал барыҫы» туристик проекттары башлана.

1 июндә Башҡортостан Республикаһында Рус география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең бер юлы «Европа-Азия велоһуҡмағы» һәм «Урал барыҫы» туристик проекттары башлана, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Проекттарҙа теләгән һәр кем ҡатнаша һәм Көньяҡ Уралдың ҡыҙыҡлы урындары буйлап сәйәхәткә сыға ала.
«Урал барыҫы» — Көньяҡ Уралдың ете түбәһен берләштергән маршрут: Оло Ирәмәл, Рассыпная, Яланғас, Көмәрҙәк (Белорет районы), Ҡурташтау (Учалы районы), Ҡушай (Әбйәлил районы), Мәсем (Бөрйән районы). Рус география йәмғиәте сайтында әйтелгәнсә, программа туризмға һәм Көньяҡ Урал тауҙарында йәйәүле походтарға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, экологик мәҙәниәт һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләрендә аңлылыҡ тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
“Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү” “Экология” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе булып тора.
Велоһуҡмаҡ проектын ойоштороусылар велотуристарға маршрутты һәм уны үтеүҙе, иҫтәлекле урындарҙы, туҡталыштарҙы, яҡындағы ауылдарҙы һүрәтләү йәһәтенән кәңәштәр бирергә вәғәҙәләй.
«Дуҫтар, бөтәбеҙ ҙә, айырыуса ҡалаларҙа өйҙә ултырып ялҡтыҡ. Ҡайһы бер илдәрҙең сиктәрен ябыу шарттарында изоляция режимын йомшартыу беҙгә илдә, хатта республикала сәйәхәт итеү өсөн шәп мөмкинлек бирә. «Урал барыҫы» проекты Башҡортостанда тәүге йыл ғына ойошторолмай. Тәжрибәмә таянып, «Ете Түбә» проектының беренсе этабында хатта балалар (өлкәндәр менән) һәм оло йәштәгеләр ҙә ҡатнашырға мөмкин, тип әйтә алам. «Европа-Азия велоһуҡмағы» проектының маршруты ла ҡатмарлығы буйынса айырылып тора: маршруттың Көнбайыш өлөшө – тигеҙерәк һәм ябай, Көнсығышы иһә тауҙар буйлап үтә.
Ниндәй генә маршрут һайлаһағыҙ ҙа, сағыу тәьҫораттар вәғәҙә итә алам», — ти «Европа-Азия велоһуҡмағы» проекты етәксеһе Ксения Салазанова.
«Урал барыҫы», «Европа-Азия велоһуҡмағы» проекттарында ҡатнашыу өсөн www.velo102.ru сайтында теркәлергә кәрәк. Унда маршруттар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт, шул иҫәптән карталар, gps-тректар һәм башҡа мәғлүмәт бар. Проекттарҙа ҡатнашыу бушлай, ә иң әүҙемдәрҙе иҫтәлекле билдәләр көтә.
Фото: velo102.ru
Читайте нас: