Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 15:00

Ҡарағат ҡара була... Япраҡтарын йыйҙығыҙмы әле?

Ҡарағаттың емеше лә, япраҡтары ла берҙәй үк файҙалы. Ҡыш көндәрендә ҡарағат япрағы ҡушып әҙерләнгән сәй тәмле, хуш еҫле булыуы менән генә түгел, организмда витаминдар запасын тулыландырыуы менән дә бик файҙалы буласаҡ.

Япрағын ҡыуаҡтар сәскә атҡан осорҙа йыйып ҡалырға кәрәк. Белгестәр билдәләүенсә, нәҡ ошо ваҡытта ул С витаминына, микроэлементтарға бай була.
Япраҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа киптерергә лә, туңдырырға ла була.
  1. Һалҡынса, күләгә урында киптереп, быяла һауытҡа йәки тартмаға һалып ҡуяһың һәм витаминлы япраҡ ҡышҡылыҡҡа әҙер ҙә.
  2. Туңдырылған япраҡтар иһә хуш еҫте ҡышын да һаҡлай. Тик уларҙы туңдырыр алдынан таҫтамалға һалып, яҡшылап киптерергә кәрәк. Юғиһә дымлы япраҡтар файҙалы сифатын да, төҫөн дә тиҙ юғалта. Ҡарағат япраҡтарын пакеттарға һалып, һауаһын сығарып, рулет һымаҡ төрәбеҙ һәм туңдырғысҡа ҡуябыҙ.
  3. Ҡарағат япрағы менән бергә ҡурай еләге, мелисса, мята япраҡтарын да йыйып, 1 сантиметр самаһы киңлектә турап, туңдырырға мөмкин.

    Фото:ok.ru
    Читайте нас: