ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 18:00

"Алға" Башҡортостан өсөн яңы мөмкинлектәр аса

Башҡортостандың ике районы махсус иҡтисади зона тип танылыуы, Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин республика власының тәҡдимен хуплап, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары сигендә ошондай биләмә төҙөү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

Төбәк проблемалары институтының генераль директоры Дмитрий Журавлев ошо хәлгә ҡарата фекерен белдерҙе.
- Был – республика өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Яңы иҡтисади зонаға резиденттар киләсәк, шул иҫәптән сит илдәрҙән дә, – тине ул. – Төбәк власына ҙур резиденттарҙы йәлеп итеү еңелдән түгел, әммә был мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә мөмкин.
Эксперттың фекеренсә, был осраҡта пандемия кәртә була алмаясаҡ, сөнки ул коммуникацияларға бәйле проблемалар тыуҙыра ала, ә инвесторҙар менән эшләүгә һәм уларға уңайлы шарттар булдырыуға ҡағылмай. Яңы иҡтисади зона ҙур ҡеүәткә эйә, унда капитал һалыу мөмкинлеге киң. Бындай майҙандар менән бөтә төбәктәр ҙә маҡтана алмай.
Башҡортостан, үҙ сиратында, юғары технологиялы производстволарға эйә буласаҡ, һөҙөмтәлә был иҡтисадтың үҫешендә саҡылыш табасаҡ. Тағы ла бер мөһим аспект – юғары технологиялы эш урындары булдырыу. Улар йәшәү кимәлен күтәреп, социаль инфраструктураны үҫтереүгә этәргес бирәсәк.
Эксперт, төбәк ҡаҙнаһына өҫтәмә килем рәүешендәге тәүге һөҙөмтә биш йыл эсендә булыр, тип күҙаллай.
Читайте нас: